
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашҡан 11 008 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары республика шифаханаларында ял иткән. Улар араһынан 2 108-е – хәрби хеҙмәткәр, 8 900-е – яугирҙәрҙең туғандары, тип хәбәр итте БР вице-премьеры – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
«МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү республика социаль сәйәсәтенең төп йүнәлеше булып ҡала. Беҙ һаулығын нығытыуға мохтаж һәр кем уңайлы шарттарҙа һәм тулы күләмдә ярҙам алһын өсөн тырышабыҙ. Бының өсөн көслө диагностика базаһы һәм төрлө дауалау йүнәлештәре булған шифаханалар һайлап алынды. Дауалау программаһы табиптарҙың тәҡдимдәрен һәм һәр кешенең һаулығын иҫәпкә алып төҙөлә», — тип билдәләне Наталья Полянская.
Әлеге көндә МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре 15 шифаханала дауалана ала. Учреждениелар конкурс нигеҙендә һайланған.
Шифаханаға барыу өсөн МХО ҡатнашыусыһына йәки уның туғанына раҫланған исемлектән учреждениены һайлап алырға кәрәк.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.