17:40 (UTC+5), 28 Сентября 2026

Башҡортостандан МХО биләмәһенә 118 бронялы «Урал» машиналары оҙатылған

Махсус хәрби операция барған биләмәлә Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн әҙерләнгән бронялы күп тонналы «Урал»дар ҙур һорау менән файҙалана һәм үҙҙәрен иң яҡшы яҡтан күрһәтте. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында Радий Хәбиров белдерҙе.

Фото: Инсаф Хужабиргәнов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эдуард Ҡусҡарбәков

«Беҙҙең командирҙар был машиналарҙы маҡтай», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығының һүҙҙәрен республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов та раҫланы. Яңы партияларҙы иҫәпкә алып, фронтҡа бөтәһе 118 бронялы «Урал» ебәрелгән, тине ул.

Башҡортостанда МХО өсөн бронялы машиналар әҙерләү менән Өфөнөң «Сервис-Мастер» предприятиеһы («Башнефтегеофизика»ның бүлендек структураһы) шөғөлләнә. Предприятиела был эш 2022 йылдың көҙөнән алып барыла. 2023 йылда компания директоры Илдар Ибраһимов һөйләүенсә, бронялы «Урал»дар эшләү идеяһы МХО-ла ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һәм «Тайфун» хәрби машиналарын өйрәнгәндән һуң барлыҡҡа килгән.

МХО биләмәһендә «Урал»дар миномет расчеттарын ташыу, алғы һыҙыҡтан яралыларҙы эвакуациялау һәм шәхси составты ташыу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ машиналар радиоэлектрон көрәш системалары менән йыһазландырыла.

Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика