Эксклюзив
11:42 (UTC+5), 21 Сентября 2026

Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙең улының хыялын тормошҡа ашырҙы

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығының матбуғат хеҙмәте

19 сентябрҙә Кушнаренко ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында һәләк булған өлкән радиотелефонист-гранатометсы яугир Вячеслав Казанцевтың ғаиләһендә булды.

Республика етәксеһе яугирҙың ҡатыны Гөлфинә Радик ҡыҙының, балалары Ләйсән, Лиана һәм Дмитрийҙың ҡайғыларын уртаҡлашты, шулай уҡ уларға Шайморатов генерал орденын тапшырҙы. Вячеслав Казанцев наградаға хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була.

«Тормош иптәшегеҙ һәм атайығыҙ махсус хәрби операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды. Беҙҙең бурыс – уны онотмау, иҫтәлеген мәңгеләштереү. Ә балаларҙы бөтә республика менән тәрбиәләйәсәкбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын, ә район хакимиәтендә һәр ваҡыт кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Гөлфинә Радик ҡыҙы ваҡытлыса эшләмәүе һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән улын ҡарауы хаҡында һөйләне. Өлкән ҡыҙы Ләйсән быйыл Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға ингән, уртансы ҡыҙы Лиана туғыҙынсы класта уҡый. Кесе улы Дмитрий, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, быйыл мәктәптә бишенсе класта уҡый башлаған. Күптән түгел ул Кушнаренко районынан өс уҡыусы менән бергә «Геройҙар биләмәһе» патриотик слетында ҡатнашты. Республика етәксеһе менән осрашыу ваҡытында малай Радий Хәбировҡа атаһының кинолог булып эшләүен, шуға күрә эт тураһында хыялланыуы тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы малайға немец овчаркаһы көсөгөн бүләк итте.

«Хәҙер, Дима, һин уның өсөн яуап бирәһең. Уны ҡара, ул һиңә ғүмеренең аҙағына тиклем тоғро дуҫ буласаҡ», – тине Радий Хәбиров.

Малай, атаһының эттәренең исеменә оҡшатып, эткә Граф тип исем ҡушасағын белдерҙе.

«Мин өс йыл буйы эт тураһында хыялландым. Радий Фәрит улы, ошондай бүләк өсөн ҙур рәхмәт. Был минең өсөн ҙур шатлыҡ. Граф минең ысын дуҫым буласаҡ, мин уға көн һайын ваҡыт бүләсәкмен, уның менән уйнаясаҡмын. Мәктәптә фәндәр араһынан миңә математика оҡшай, элек волейбол һәм футбол уйнарға ярата инем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар әлегә бындай уйындарҙы рөхсәт итмәй. Быйылдан мәктәптә шахмат менән шөғөлләнә башларға теләйем», – тип һөйләне Дима.

Республика Башлығы үҫмергә әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт әйтте, уҡыуында уңыштар теләне, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам итеү өҫтөнлөклө дәүләт бурыстарының береһе булыуын билдәләне.

Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығының матбуғат хеҙмәте
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика