12:03 (UTC+5), 17 Августа 2026

Владимир Путин Башҡортостан яугирҙәренең ҡаһарманлығы хаҡында әйтеп үтте

Фото: кремлин.ру | сайт
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан яугирҙәре МХО биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәгән ваҡытта сигенмәй. Рәсәй президенты Владимир Путин «Мәскәү. Кремль. Путин» программаһында ВГТРК-ның махсус хәбәрсеһе Павел Зарубинға биргән интервьюһында быны раҫланы.

Дәүләт башлығының Бүрәт Республикаһына эш сәфәре тамамланды. Улан-Удэ ҡалаһында Путин хәрбиҙәр менән осрашты. Шунан һуң ул Зарубинға уларҙың батырлығы тураһында һөйләне.

«Маладисһығыҙ, ҡасып китмәгәнһегеҙ», тинем мин. «Ҡайҙа ҡасмағанбыҙ?», тип һораны шул саҡ егеттәрҙең береһе. Ныҡ аптыраны. «Ҡасмағанһығыҙ, сигенмәгәнһегеҙ», тинем. Ҡапыл ул етди рәүештә, бер ниндәй ҙә иронияһыҙ: «Бүрәттәр ҡасмай», тип яуап бирҙе. Аңлайһығыҙмы, ошо һүҙҙәр ниндәй оло әһәмиәткә эйә. Рус кешеһе, Бүрәт Республикаһынан, шундай һүҙҙәр әйтә. Йәғни халҡыбыҙҙы берләштергән ниҙер бар. Был беҙҙең бөтә еңеүҙәребеҙҙең иң төп гарантияһылыр, моғайын», — тине Владимир Путин.

«Минең тыуған Башҡортостанымда ла, Татарстанда ла, бөтә ерҙә лә», — тине Павел Зарубин.

«Эйе, эйе, шулай тиҙәр. Өҫтәүенә тыныс ҡына, бер ниндәй маҡтаныуһыҙ», — тип билдәләне дәүләт башлығы.

Бынан алда Башҡортостандан МХО офицеры «Башинформ»ға Рәсәй тураһында уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Тулыраҡ агентлыҡтың ошо материалында.

Видео: ВГТРК | «ЗАРУБИНрепортёр» МАКС-каналы
Другие видео
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика