
«Юлдаш» радиоһы журналисы Бәйтулла Фәтҡуллин — ысын герой. 21 июлдә ул яралы хеҙмәттәшен ҡотҡарыу өсөн ут эсенә ингән. Тик позицияһына ҡайтып өлгөрмәгән — яҡындағы ағастарға 15 метр ғына ҡалған… Һәм — көслө шартлау. Пехотаға ҡаршы мина уның аяғын өҙгән.
Хеҙмәттәшебеҙ бирешмәгән. Ул иптәштәренең яурынына таянып, бер саҡрым һикереп барған. Егеттәр Бәйтулла Фәтҡуллинды яу яланынан сығарған, яраһын бәйләп, аяғына шина ҡуйған — ғүмерен ҡотҡарып ҡалғандар. Тик табиптар аяғын һаҡлай алмаған.
Әле Бәйтулла Фәтҡуллин госпиталдә. Аҡ халатлылар уның аяғының тубыҡҡа тиклемге өлөшөн ампутациялаған. «Башинформ» хәбәрсеһе яугир менән бәйләнешкә сыҡты һәм хәлен белеште.
«Сәләм!» — телефон аша хеҙмәттәшебеҙҙең күтәренке тауышы ишетелде. Бөгөн Бәйтулла Белгород ҡалаһында дауалана. Әйткәндәй, уның ҡотҡарған иптәше лә уның менән бергә.
«Уның яраһы еңелсә, әле йөрөй башланы. Ҡотҡарып ҡалдылар», — тине Бәйтулла.

Артабан нисек, өйгә реабилитацияға ҡайтаралармы, тип һораныҡ Бәйтулланан.
«Өйгә ҡайтарырбыҙ ахыры, ти табиптар. Әлегә бында, госпиталдә ҡалам. Антиботиктар, витаминдар, ауыртыуҙы баҫҡан дарыуҙар ҡабул итәм. Ярам әле төҙәлеп етмәгән, көн дә иртән ҡабаттан бәйләйҙәр. Унан һуң иртәнге аш, төшкөһө — барыһы ла ябай дауаханалағы кеүек, — ти Бәйтулла. — Яҡындарым белә, барыһы ла яҡшы, тип иң тәүҙә уларҙы тынысландырҙым. Яраланғас та, бәйләнешкә сыҡтым. Әлбиттә, борсолалар. Ә былай... Ярай әле иҫән ҡалдым».
Бәйтулла Фәтҡуллин 2023 йылдың декабрендә үҙ теләге махсус хәрби операцияға юлланғайны. Уның яу юлы Купянск йүнәлешендә башлана. Тәүгә яраланып, госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң, Харьков йүнәлешендә хеҙмәтен дауам итә, Белгород өлкәһе сигендә тора. Хеҙмәттәшебеҙ Жуков һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы менән бүләкләнә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ул ваҡытта: “Беҙҙең журналистар бөгөн Тыуған илде һаҡлай — кемдер ҡорал менән, кемдер һүҙ менән”, – тигәйне. Әммә Бәйтулла Фәтҡуллин бының икеһен дә һайланы. Яҙмыштың көтөлмәгән һынауынан һуң да ул бирешмәй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.