14:06 (UTC+5), 23 Июля 2026

Республикабыҙҙа бер туғандар МХО яугирҙәренә ярҙам итеүгә 2 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән

Фото: Денис Казаков | шәхси архив
Иван Вавилов

Яҡташтарыбыҙ Павел һәм Денис Казаковтар махсус операцияның тәүге көндәренән үк ирекмәндәр эшенә ҡушылған. Улар фронт өсөн гуманитар йөк туплауға ике миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән. Игеҙәк туғандар тураһында БР йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабировҡа һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгендә һөйләнеләр.

Мәҫәлән, алғы һыҙыҡҡа оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, медикаменттар, автотранспорт өсөн запас частар, техника, көнкүреш химияһы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар даими ебәрелә. Был башланғысҡа урындағы ирекмәндәр һәм битараф булмаған халыҡ та ҡушыла.

2025 йылдың апрелендә Казаковтар ҙур ылау менән Запорожье өлкәһенә барып ҡайтты, ә шул уҡ йылдың авгусында йәнә сәфәргә сыҡты, улар яугирҙәргә кәрәкле ҡорамалдар һәм сығым материалдары тейәлгән йөктө илтеп тапшырҙы.

Бынан алдараҡ Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан ирекмән-остаздар әҙерләй башланылар.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика