

Башҡортостандан «Риа» позывнойлы махсус хәрби операция яугире Динар С. II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Геройға награданы бөгөн «Центр» ғәскәрҙәр төркөмөнә эш сәфәре ваҡытында РФ оборона министры Андрей Белоусов тапшырҙы.


Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Динарҙы бала саҡтан белә. Улар бергә үҫкән. Айгиз Ғиззәт улы «Башинформ»ға иптәшенең 2024 йылдың авгусынан МХО биләмәһендә хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне. Ошо ваҡыт эсендә «Риа» өс тапҡыр яраланған, шуға ҡарамаҫтан, Ватанды һаҡлау буйынса хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәүен дауам итә.


«Динарҙы бала саҡтан беләм, Белорет районының бер үк балалар йортонда тәрбиәләндек. Уның тамырҙары – Әбйәлил районынан. Дуҫым алсаҡ һәм ярҙамсыл. Динар һәр ваҡыт тәүәккәллеге һәм ихтыяр көсө менән айырылып торҙо. Уның МХО-ға юлланыуы минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Бына шундай ул беҙҙең Динар. Дуҫыбыҙ һәм яҡташыбыҙ өсөн бик шатмын. Уға тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйем», — тине Айгиз Баймөхәмәтов «Башинформ»ға.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.