Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына һәм өс Батырлыҡ ордены кавалерҙарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юғары белем биреү программалары буйынса белем алыу өсөн 100% ташлама бирелә. 1 июлдә, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә, вуздың ғилми советы ултырышында бер тауыштан ошо ҡарар өсөн тауыш бирҙеләр.
Махсус операцияның башҡа ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына программаның хаҡынан 10% ташлама ҡаралған. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов билдәләүенсә, академия илдә ошондай ярҙам сараһы ҡабул ителгән тәүге юғары уҡыу йорто булды.
«Был республикабыҙ һәм илебеҙ өсөн мөһим ҡарар. Бөгөн беҙҙең бакалавриатта 71 МХО яугире, 33 хәрби хеҙмәткәрҙең балаһы һәм 12 яугир ҡатыны белем ала. Магистратурала 59 МХО яугире һәм ғаиләләренең ун ағзаһы уҡый. 2026 йылдың майында Рәсәй Геройы Вәсил Ямалетдинов (уның менән таныштырып тороу кәрәкмәйҙер) беҙҙең дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм иҡтисад факультеты бакалавриатына күсте. Үҙенең тәүге юғары белемен беҙҙең академияла алыуы менән ғорурланабыҙ», – тине Азат Бадранов.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.