08:49 (UTC+5), 01 Июля 2026

Башҡортостан Башлығы Салауатта МХО ветерандарына ярҙам итеү үҙәгендә булды

1 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында «Ватан геройҙары» хәрби хәрәкәт ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү үҙәгендә булды. Ул быйыл июнь айында асылды.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин
Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Газпром нефтехим Салауат» ярҙамы менән бинала 12 миллион һумға капиталь ремонт эштәре башҡарылған. Муниципаль бюджет иҫәбенә йыһаздар һәм ҡорамалдар һатып алынған. Үҙәктә «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды филиалы, МХО ветерандары ассоциацияһы, Дөйөм Рәсәй һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе урынлашҡан.

Радий Хәбиров конференциялар залын, психолог һәм юрист кабинеттарын, архивты, ял итеү бүлмәһен ҡараны. Бында махсус хәрби операция ветерандары Салауат ҡалаһының тарихи һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгестәре ярҙамында ойошторған музей ҙа эшләй. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Сергей Данилов әйтеүенсә, бығаса улар ҡаланың мәғариф бүлегендә урынлашҡан булған.

«Хәҙер беҙҙә бер урында бер юлы өс ойошма, был махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн бик уңайлы, әлбиттә. Улар менән психологтар эшләй, конференциялар залында улар осрашыуҙар үткәрә ала. Үҙәккә хәрби хәрәкәттәр һәм башҡа локаль ҡораллы бәрелештәр ветерандары килә. Шулай уҡ инвалид ветерандар өсөн шарттар булдырылған. Республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында ошондай үҙәктәр асыу буйынса ҡарарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», – тип билдәләне Сергей Данилов.

Радий Хәбиров МХО һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре менән аралашты.

«Иң мөһиме, үҙегеҙгә бикләнеп ултырмайһығыҙ, һеҙҙең менән аралашыу яугирҙәребеҙ өсөн бик мөһим. Уларҙың проблемаларын башҡаларҙан яҡшыраҡ аңлайһығыҙ», – тине республика етәксеһе. Ә Башинформ хәбәрсеһе менән әңгәмәлә ул МХО ветерандары тураһында хәстәрлеге өсөн Салауат ҡалаһы халҡын маҡтап телгә алды.
— Был эште тиҙерәк башҡарыу зарур, афарин, салауаттар. Сөнки республикабыҙға 4 меңдән ашыу ир-егет ҡайтты, был һан арта бара. Шуға күрә уларҙы лайыҡлы шарттарҙа ҡабул итергә тейешбеҙ. Бындай үҙәктәр – бергә йыйылыу урыны: әсәләр ҙә, МХО ветерандары ассоциацияһы ла, Ватанды һаҡлаусылар фонды ла. Тотош республикала беҙ шулай эшләйбеҙ. Ләкин 150 000-гә яҡын кеше йәшәгән Салауат ҡалаһы өсөн бындай үҙәк айырыуса мөһим һәм кәрәктер тип уйлайым, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика