

Республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләрендә эшләгән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмән штабтары 20 меңгә яҡын кешене берләштерҙе. Изге күңелле яҡташтарыбыҙ һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер һәм бөгөн улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләрендә төп таянысҡа әүерелде. Башҡортостан халҡының хеҙмәт ҡаһарманлығы тураһында Республика Башлығы Радий Хәбиров һөйләне.
Нефтекамала штаб командаһы ҡала хакимиәте менән бергә МХО яугиренең әсәһе Луса Александровнаның хәлен белешкән. Волонтерҙар уға утын килтергән, хужалыҡта ярҙам иткән. Ә Бөрө районында уҡыусылар Надежда Вениаминовна Белобородованы опекаға алған. Үҫмерҙәр уға һыу ташый, йорт эштәрен башҡара.


«Миәкә районында «шайморатовсылар» МХО-ла ҡатнашыусының әсәһенә теплица ҡорорға булышҡан. Альмира апай – һоҡланғыс ҡатын. Өҫтәүенә ирекмән. Ғафури районы штабы вәкилдәре Ырымбур госпиталендә дауаланған яугирҙәр янына барған. Күстәнәс итеп былау, морс, бауырһаҡ һәм татлы ризыҡтар алып килгән. Был бихисап миҫалдарҙың бер нисәһе генә. Көн һайын беҙҙең «шайморатовсылар» Еңеү өсөн барыһын да эшләй, яугирҙәрҙең туғандарын, яҡындарын иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай. Һеҙҙең алдығыҙҙа изге эштәрегеҙ өсөн баш эйәм!», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Шайморатов исемендәге штаб 2022 йылдың октябрендә асылды. Быйыл майҙа Өфөлә Шайморатов исемендәге штабтың үҙәк офисы эш башланы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.