08:22 (UTC+5), 02 Июня 2026

Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар» фонды 115 мең яугиргә ярҙам күрһәткән

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостан Республикаһында «Ватандыһаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы
Гөлфиә Акулова

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалына 3 йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә фонд махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ышаныслы партнерға әүерелде, 115 мең МХО ҡатнашыусыһына һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтелде, шулай уҡ 135 мең мөрәжәғәт хәл ителде.

Республикала 140 социаль координатор эшләй, улар өйҙәренә ҡайтҡан һәр кем менән бәйләнеш тота һәм яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә ярҙам итә.

Фонд киң хеҙмәттәр күрһәтә, шул иҫәптән медицина реабилитацияһы, психологик, юридик яҡтан, эшкә урынлашыуҙа, торлаҡты яраҡлаштырыуҙа ярҙам һәм башҡалар.

«Фонд – махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙәрҙең ғаиләләре менән эштә төп партнерыбыҙ. Ир-егеттәргә тыныс тормошҡа ҡайтырға һәм үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарарға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Кемдер үҙен ижадта таба. Кемдер күптән хыялланған эшен аса. Беҙҙә 500-ҙән ашыу ветеран адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. 2025 йылда ғына 900-гә яҡын ярыш уҙҙы», — тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров үҙенең ҡотлауында ошо ҡатмарлы эшкә йәлеп ителгәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ статс-секретарь — Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды етәксеһе Анна Цивилеваға республикаға һәм яугирҙәргә иғтибары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика