

Башҡортостандың һигеҙ шифаханаһы ла Рәсәйҙең иң яҡшы 100 санаторийы иҫәбенә инә. Был хаҡта Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – төбәктең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итте.
Һауыҡтырыу учреждениеларының дөйөм койка фонды 3,3 меңдән ашыу урын тәшкил итә. 2021 йылдан алып Башҡортостан шифаханаларында республиканан, күрше төбәктәрҙән һәм башҡа илдәрҙән 405 меңдән ашыу кеше ял иткән. 2025 йылда яҡынса 7 миллиард һум килем алғандар, был 2024 йылдан 11 процентҡа күберәк.
– Беҙ заманса медицина ҡорамалдарына инвестицияланыҡ, уникаль тергеҙеү программаларын индерҙек, инфраструктураны һәм сервисты әүҙем һәм талапсан аудитория ихтыяжына ярашлы ҡайтанан ҡараныҡ, – тине Наталья Полянская. – Төп капиталға инвестицияларҙың дөйөм күләме 22 процентҡа артты һәм 786,6 миллион һумға етте.
2023 йылдан республика шифаханаларында 9,5 меңдән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары дауаланған. 2026 йылда яугирҙарҙы шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеүгә төбәк бюджетынан 66,5 миллион һум бүленгән.
Вице-премьер шулай уҡ 2027 йылда Өфөнөң 26 илдән һауыҡтырыу учреждениелары вәкилдәрен берләштергән «Здравница» Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итәсәге хаҡында хәбәр итте.
Башҡортостан Башлығы шифахана етәкселегенә учреждениеларҙы яңыртыу һәм гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һалымдан килгән аҡса күләме – 24 процентҡа, инвестициялар 22 процентҡа артҡан – был яҡшы күрһәткестәр, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Эш сәфәрҙәре барышында шифаханаларыбыҙҙың нисек үҙгәреүен күрәм. Бөтә директорҙарға ла ҙур рәхмәт. Улар шулай уҡ гуманитар ярҙам, шул иҫәптән яугирҙарыбыҙға эсәр һыу оҙатыу буйынса ҙур эш алып бара. Был бик мөһим.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.