Өфө мэры Ратмир Мәүлиев инженер хеҙмәте офицеры Булат Ғилмановты генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне. Награда бөгөн ҡала мэрияһында үткән оператив кәңәшмәлә тапшырылды.
Булат Ғилманов 2024 йылда үҙ теләге менән МХО зонаһына хеҙмәт итергә юллана. 2025 йылдың апрелендә лейтенант Ғилманов Шебекин йүнәлешендә инженер хеҙмәте начальнигы итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендәге хәрбиҙәр 24 саҡрымға һуҙылған фронт һыҙығына 2 меңдән ашыу танк һәм пехотаға ҡаршы мина урынлаштыра. Ғилманов шәхсән үҙе дошман уты аҫтында 130-ҙан ашыу мина ҡуйыуға һәм дошмандың хәрби техникаға хәүеф тыуҙырған егермеләгән инженер боеприпасын юҡ итеүгә өлгәшә. Батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн офицер «Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн», «Миналарҙан таҙартҡан өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнә.
Хәрбиҙең ғаиләһендә Азамат исемле ике йәшлек малай үҫеп килә. Сабый атаһын бик һағына һәм уны фронт һыҙығынан ҡайтыуын түҙемһеҙлек көтә. Бүләкләү тантанаһында офицерҙың ҡатыны Альмира Кашапова ҡатнашты.
«Минең өсөн награда — ул тормош иптәшем. Уның һаулығы. Уның өйгә ҡайтыуы. Ә был орден — уның һәр саҡ көслө, намыҫлы һәм лайыҡлы кеше булыуын раҫлаған бер билдә», — тип һөйләне яугир ҡатыны «Башинформ» агентлығына.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостан яугиренең Владимир Путин ҡулынан Рәсәй Геройы миҙалын алыуы хаҡында хәбәр иткәйне.