

Саҡмағош районында «Щустрый» позывнойлы яугир отпускыһы ваҡытында туй үткәргән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына уның ғаиләһе хәбәр итте.
Яңы Бирҙе ауылынан «Щустрый» махсус операцияла өс йылдан ашыу хеҙмәт итә. Буласаҡ кәләше Вилена менән ул тыуған районына ялға ҡайтҡанда таныша. Оҙайлы айырылышыуҙарға, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уларҙың мөхәббәте көндән-көн нығына. Былтыр августа йәш пар никах уҡытып, сәстәрен-сәскә бәйләргә ҡарар итә. Был матур ваҡиғанан һуң дүрт ай үткәс, яңыраҡ йәштәрҙең туйы үткән.
«Беҙҙең һаҡсыбыҙ күп балалы ғаиләлә бишенсе булып тыуған. Бала саҡтан уҡ изге күңелле, эшһөйәр, аралашыусан булып үҫте. Беҙ уны көтәбеҙ, һағынабыҙ. Бөтә һалдаттар ҙа өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуына ысын күңелдән өмөт итәбеҙ һәм доғалар ҡылабыҙ», — тип уртаҡлашты һалдаттың яҡындары.
Яугир фронт һыҙығында күрһәткән батырлығы өсөн генерал Шайморатов һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Быға тиклем Ғафури районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ҡороуы хаҡында яҙғайныҡ.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.