11:08 (UTC+5), 21 Января 2026

Башҡортостандан яугир-йырсы Артур Хәсәнов имеш-мимештәргә яуап ҡайтарҙы

Фото: Артур Хәсәнов
Инсаф Хужабирганов

Өлөшләтә мобилизация барышында интернет йондоҙона әйләнгән яҡташыбыҙ, йырсы Артур Хәсәнов МХО зонаһында һәләк булыуы хаҡындағы имеш-мимештәргә яуап ҡайтарҙы. Артур үҙенең ижадын һөйөүселәрҙең борсолоуҙарын таратып, алғы һыҙыҡта ҡар бабай янында төшкән фотоһүрәте менән уртаҡлашты. 

«Мин имен-һау, зинһар, имеш-мимештәргә ышанмағыҙ», — тип яуап бирҙе Артур яҙылыусыларына.

Артур Хәсәнов өлөшләтә мобилизация ваҡытында Филүс Ҡаһиров репертуарынан «Кейек ҡаҙ юлдары» йырын башҡарыуы күптәрҙең иҫендә. Уның видеояҙмаһы тиҙ ваҡытта интернетҡа таралып, йырсыға көтөлмәгән популярлыҡ килтерҙе. Видеоға ҡарата күптәр йылы фекерҙәрен яҙҙы, яугирға именлек теләп доғалар ҡылды. Артурҙың йыр-моңға һәләтен Әнүәр Нурғәлиев, Рифат Зарипов, башҡорт һәм татар эстрадаһының башҡа йырсылары бик юғары баһаланы.

Бөгөн «Хәсән» позывнойлы яугир алғы һыҙыҡта Ватан алдында хәрби бурыс үтәй. Артур ижад итеүгә ваҡыт табырға ла өлгөрә, ул бер нисә йыр сығарҙы, отпускыһы мәлендә концерттарҙа, фестивалдәрҙә сығыш яһай.

Бынан алда Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов Башҡортостан полкы яугирҙәренең батырлығы тураһында һөйләне.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика