02:02 (UTC+5), 12 Ноябрь 2025

Радий Хәбиров МХО яугирының әсәһе йшәгән йортҡа газ үткәрергә ҡушты

Белорет районында йәшәгән оло йәштәге ҡатындың ике улы һәм ейәне МХО-ла ҡатнаша. Ул йортона газ үткәреүҙә ярҙам һорап Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итте.

Фото: Олег Яровиков
Инсаф Хужабирганов

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров Белорет районы етәксеһе Азат Хәкимовҡа Боғанаҡ ауылында йәшәүсе Мөслихә Иҫәнғолованың йортона газ үткәреүҙе контролгә алырға ҡушты.

«Азат Салауат улы, был һорауҙы хәл итеүегеҙҙе һорайым. Иҫегеҙгә төшөрәм, газды йорттарға еткереү — бушлай. Әгәр ауылда зәңгәр яғыулыҡ юҡ икән, был проблеманы өйрәнергә кәрәк. Биш өй ҡалған һәр ауылға газ үткәреп булмауы аңлашыла. Шуға күрә мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә кәрәк. Бында айырым осраҡ. Ҡатындың ике улы һәм ейәне МХО-ла», — тине Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш бара. Республика Башлығы БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV, «Юлдаш» радиостанцияһында, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә халыҡтың иң көнүҙәк һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирә.

Радий Хәбиров менән тура бәйләнештең модераторҙары – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина һәм Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Денис Ғәниев.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнештең текст трансляцияһы бында.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика