

«Нур» театры вербатим жанрында тәүге тапҡыр спектакль ҡуйҙы. МХО темаһын асыу өсөн отошло ине был. Төп героиняның өмөтһөҙ генә «Һаумыһығыҙ» тип тамашасыға өндәшеүенән башлап, спектакль үҙенә тартып ала. Айгөл өс йыл инде ялға ҡайтмаған ире янына алғы һыҙыҡҡа сығып китә. Ваҡиғалар сәхнә уйыны аша түгел, ә автор МХО биләмәһендә яҙып алған монологтар аша еткерелә. «Тарихсы», «Бабай», «Буран» һәм башҡа позывнойлы ҡаһарман яугирҙарҙың тауышы менән өндәшә егеттәр.
«Тормошта һуғыш хаҡында күп һөйләйбеҙ, ә бында яугирҙарҙың яҙмыштарын, эске кисерештәрен асырға, был донъяның ҡояшлы яғын күрһәтергә теләнем. Егеттәрҙең тыуған илгә мөхәббәтен, дуҫлығын күреп, тамашасы яҡты киләсәккә, еңеүгә ышанысын нығытырға тейеш», - ти Мөнир Ҡунафин.
Был йәһәттән вербатим уңышлы, сәхнәлә хәрәкәттәр юҡ, тиерлек, тип йөпләне пьеса авторының һүҙҙәрен спектакль режиссеры Азат Йыһаншин.
«Беҙ унда булманыҡ, алғы һыҙыҡты үҙ күҙҙәребеҙ менән күрмәнек. Бик мөһим һәм ҡатмарлы тема, шуға күрә тамашасыларҙы алдарға ярамай. Спектаклде сығарыу еңелдән булманы. Тыуған илебеҙҙе һаҡларға юлланған ябай ауыл малайҙарын күрһәтергә тырыштыҡ. Беҙ яугирҙар алдында үҙ бурысыбыҙҙы атҡарырға ынтылдыҡ», - тип уртаҡлашты Йыһаншин.
Спектакль хаҡында тәьҫораттары менән радио алып барыусыһы Зөһрә Арсаева уртаҡлашты.
«Спектаклдең башынан аҙағынаса иланым. Бик хисле, көслө тамаша булды. Мин ике тапҡыр МХО зонаһында булып ҡайттым. Сәхнәлә беҙ фронт һыҙығында осратҡан һалдаттарҙы күрҙек - шул уҡ тауыштар, ым-ишара, ҡараш. Ә сәхнә блиндажды хәтерләтте. Әсә образын башҡарыусы актриса айырыуса ролен матур асты, көслө һүҙҙәр әйтте. Алғы һыҙыҡта ла яугирҙар шулай йырлай, мин үҙем өсөн «Кәркәле тауҙары» йырын астым. Һағышлы ла, матур ҙа.
Тамаша күңелдә өмөт уяттты - тиҙҙән еңеү киләсәк! Күңелде бушатҡан спектакль дә булды ул. Бер нисә тапҡыр МХО-ла булып ҡайтҡан Мөнир Ҡунафинға мөһим пьесалар яҙыуы өсөн рәхмәт. Бынан ары һәр яугирға, алғы һыҙыҡта йөрөгән иремә лә әйтәсәкмен: «Һеҙҙе өйҙә көтәләр!»
Һине көтәләр!
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.