Ҡырмыҫҡалы районынан «Джага» позывнойлы батырҙың ҡаһарман яу юлы һәм батырлыҡтары хаҡында «Даирә» гәзите һөйләй. Яугир 1967 йылғы. МХО-ға тиклем ташсы, тимер-бетон конструкциялары буйынса монтажник, электр менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
Физик яҡтан көслө егет мәктәптә лә, уҡыу йортонда ла спорт менән дуҫ була. Еңел атлетика, шахмат ярыштарында ҡатнашып, гел призлы урындар ала. Тыуған яҡ үҙенә тартып, ауылында хеҙмәт юлын башлай. Себер тарафтарында ла һөнәре буйынса хеҙмәт итә. Өйләнә, ҡатыны менән бер улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Армияға барырға насип булмай. Яҙмыш аямай, төрлө ауырлыҡтар, бала ҡайғыһы күрергә лә тура килә. 25 йәшлек улы, биш көнлөк кенә ҡыҙын ҡалдырып, юл фажиғәһендә һәләк була. Улы, атай, дөрөҫлөктө тап, мин ғәйепле түгел, тип төшөнә инә. Ете йыл ваҡыт үтеп, былай ҙа яралы күңеле болоҡһоп торғанда, ҡәҙерлеһе ярҙам һорап төшөнә ингәс, үҙенә урын таба алмай.
«Ошо ваҡытта махсус хәрби операция башланып китә. Патриотизм тойғоһо һәр саҡ көслө булды. Тыуған илгә хәүеф янағанда үҙемде хәрби зонала кәрәгерәк итеп тойҙом», - ти яугир.
Шулай ул Тыуған илде яҡларға ҡарар итә. 2022 йылдың октябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мотоуҡсылар батальонында штурмлаусы отрядтың 5-се ротаһында уҡсы булып хеҙмәт итә башлай.
«Херсон өлкәһендә һуғыштым. Пулеметтан да, автоматтан да аттым. БМП-ла барғанда минометтан аттылар. Һигеҙ кешенән биш кеше үлде, беҙ өсәү иҫән ҡалдыҡ. Бында һул аяғым яраланды. Луганск Республикаһы госпиталендә аяғыма титан пластинка ҡуйҙылар. Бер ай яттым. Унан сыҡҡас, тағы штурмлауға кереп киттем... 50 йәштән өлкәндәрҙе ярты йылдан ҡайтарырға тигән ҡарар сыҡҡас, миңә ул саҡта 55 йәш булғас ҡайтарҙылар. Ҡайтһам да, күңелем унда ине. Шуға тағы ла китергә булдым. 2023 йылдың апрелендә Даян Мурзин исемендәге батальонға яҙылырға булдым, тик тура килмәне. Башҡа отрядта дүрт айҙан күберәк хеҙмәт иттем. Олоһоң тип алмаҫҡа иткәндәр ине, мин үҙемдең физик көсөмдө турникта егерме тапҡыр күтәрелеп иҫбат иттем. Ҡайтҡас, мин бында, ә иптәштәрем һәм башҡалар унда тип күңелем тынғылыҡ тапманы. Тыуған илебеҙҙе һаҡлау өсөн тағы махсус хәрби операция зонаһына китергә ҡарар иттем. Бер йылға Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, хәрби зонаға юлландым. Штурмлаусылар составында ла, ил сигендә лә позицияны һаҡлап торорға тура килде. Бер заданиеға ингәндә 125 кешененән 5 кеше генә иҫән ҡалдыҡ. Ә тағы берәүһендә ҡаршыға йөҙ кеше килгәндә пулеметтан илле тапҡыр тирәһе атып бөттөм дә йүгереп китеп өлгөрҙөм. Әммә ҡулыма миномет ярсыҡтары эләкте. Ғүмер бөтмәгәс шулай була икән. Күҙ алдымда ғына ныҡ дуҫлашып өлгөргән иптәшемдең һәләк булыуын бик ауыр кисерҙем... Госпиталдәрҙә дауаланыу курстары үткәндән һуң, сәләмәтлек буйынса яңыраҡ ҡайтарҙылар. Бында булһам да, үҙем күңелем менән һаман ундамын, яугирҙәр өсөн борсолам, хәбәрләшеп торам. Еңеү беҙҙең яҡта булырына ныҡ ышанам», – тип һөйләне ул.
Ҡурҡыу белмәҫ «Джага» күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Батырлыҡ ордены, Шайморатов, Суворов, «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән ҡаһарман яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙәребеҙҙең иҫән-имен еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.