Махсус хәрби операция яугиры, Межгорье ҡалаһынан подполковник Василий Власов «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы финалына сыҡҡан. Василий хәрби династия вәкиле, офицер ҡартатаһының юлын дауам итә.
Василий Власов сығышы менән Амур өлкәһенән. Ғаиләһе менән бөгөн Межгорье ҡалаһында йәшәй. МХО эшләй башлағандан алып подполковник фронт ихтыяждары өсөн хәрби кадрҙар менән тәьмин итеү менән шөғөлләнә, ә 2024 йылдан ил президенты Владимир Путин башланғысы менән пилотһыҙ осҡос аппараттары полктарын булдырыуҙа ҡатнаша. Махсус хәрби операциялағы хеҙмәте өсөн Жуков һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнә.
«Минең ҡартатайым шулай уҡ хәрби офицер, ә атайым взвод командирынан штаб начальнигына тиклем юл үтә. Шуға күрә мәктәптән һуң мин ҡайҙа уҡырға барырымды белә инем. Алыҫ көнсығыш хәри идара итеү училищеһын тамамланым. Мотоуҡсылар полкының кадрҙар бүлеге әле вазифаһында хеҙмәт итәм.. Берләштерелгән төркөмдәр менән фронт позицияларына сыҡтыҡ, мониторинг үткәрҙек, ғәскәрҙәрҙе кадрҙар менән тулыландырыу беҙҙең өҫтә», — тине Василий.
Василий Власов «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһы тураһында Башҡортостандан килгән иптәшенән белеп ҡала.
«Башҡортостан менән минең ғаиләм бәйләй. Был минең ҡатынымдың тыуған ере, беҙ әлеге ваҡытта Межгорье ҡалаһында йәшәйбеҙ. Шуға күрә, һис икеләнмәйенсә, мин Башҡортостан кадрҙар программаһына ғариза ебәрергә булдым. Эссела республиканың туризм тармағы үҫешен сағылдырҙым, шулай уҡ хәрби тәжрибәмә таянып, төбәктә пилотһыҙ системалар һәм бәләкәй авиация тармағын үҫтерергә тәҡдим иттем», — ти Василий.
Офицер әйтеүенсә, «Башҡортостан геройҙары» проекты башҡа төбәктәр араһында үҙенең һөҙөмтәлелеге менән айырылып тора.
«Минең хеҙмәттәштәрем Амур өлкәһендә, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһында һәм башҡа төбәктәрҙә кадрҙар программаларында ҡатнаша. Мин беҙҙең проектты был төбәктәрҙең программалары менән сағыштыра алам. Мине «Башҡортостан геройҙары» проектында яугирҙарҙың әүҙемлеге ҡыуандырҙы. Ул ғариза биреүселәр һаны буйынса илдә беренсе урынға сыҡты. Шулай уҡ Башҡортостан үҫешеү өсөн йүнәлештәр күберәк, тип уйлайым. Республика иҡтисады йылдам үҫешә. Мин иһә үҙемдең ниндәй тармаҡта эшләйәсәгемде күҙаллайым», — тине Власов.