06:16 (UTC+5), 10 Марта 2025

Башҡортостан махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеү буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә инде

Федераль эксперттар беҙҙең ниндәй ҡаҙаныштарҙы билдәләй? Башҡортостан еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ниҙәр эшләй?

Инсаф Хужабирганов
  • Башҡортостан 2022 йылда төбәктәр араһында тәүгеләрҙән булып МХО биләмәһенә гуманитар ылау оҙатты.
  • Мобилизацияланғандарға һәм контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүселәргә гуманитар ярҙам буйынса һөҙөмтәле система булдырылды. Хатта ЛНР-ҙа ла Башҡортостан яугирҙары өсөн логистик үҙәк барлыҡҡа килде.
  • Табиптарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә эшләй. Яугирҙарҙың тешен дауалау өсөн, улар алғы һыҙыҡҡа тиклем тиерлек стоматологик модуль алып барҙылар, ә ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә егеттәргә ярҙам итә.
  • Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йәки уларҙың яҡындары республика шифаханаларында сәләмәтлеген нығыта ала, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә хужалыҡ-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтелә.
  •  Төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дөйөм алғанда 40-тан ашыу ярҙам сараһы ойошторолдо.
  • Башҡортостан — контрактсыларға түләүҙәр күләме буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә.
  • Республика ирекле подразделениелар ойоштороу буйынса, Чечня, Краснодар крайы, Татарстан, Төмән һәм Свердловск өлкәләре менән бер рәттән, иң әүҙем төбәктәрҙең береһе булды.
  • Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән даими бәйләнештә. Ул МХО биләмәһенә төбәк етәкселәренән беренсе булып барҙы һәм яҡташтарыбыҙ эргәһендә күп тапҡырҙар булды.
  • Радий Хәбиров, төбәк етәкселәре араһында беренсе булып, хәрби бурыстарын үтәү барышында айырылып торған яугирҙарҙы яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы.
  •  Украинаның махсус операциялар үҙәге милли республикаларға бер туҡтауһыҙ һөжүм итә, ялған мәғлүмәт тарата, кешеләр, халыҡтар араһында низағ тыуҙырырға, илебеҙҙе эстән ҡаҡшатырға тырыша. Әммә беҙ провокацияларға бирелмәнек, дошман халыҡтар араһындағы татыулыҡты емерә алманы.
  •  Республикала халыҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары менән масштаблы патриотик һәм аңлатыу эштәре ойошторолған. Талап ителгән белешмәләр, алғы һыҙыҡтағы яңылыҡтар, тылдағы эш  ваҡытында яҡтыртыла, кешеләргә еткерелә бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика