


Транспорт аҙналығында республика Башлығы Радий Хәбиров вице-премьер Марат Хөснуллин, федераль ведомстволар етәкселәре һәм ҙур корпорациялар башлыҡтары менән осрашыуҙар үткәрҙе.
Милли проект һәм федераль ярҙам
РФ хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин менән осрашыу иң мөһим ваҡиға булды. Вице-премьер Башҡортостанда күп фатирлы торлаҡ төҙөлөшө темптарын юғары баһаланы, уны сафҡа индереү 1 октябргә ҡарата былтырғы ошо уҡ осор күрһәткесенән 34 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта төбәктә биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 53 майҙансыҡ бүленгән.
Марат Хөснуллин юл төҙөлөшөнөң әүҙем булыуын да билдәләне, шуға төбәктең терәк селтәренең 73 проценттан ашыуы норматив хәлдә.
«Транспорт һәм торлаҡ инфраструктураһын үҫтереү кешеләрҙең тормош сифатын туранан-тура билдәләй, иҡтисад үҫеше һәм территорияларҙың бәйләнешен арттырыу өсөн шарттар тыуҙыра», – тине Марат Хөснуллин.
Башҡортостан Башлығы федераль үҙәк менән бергә эшләүҙең һәм төбәктең динамик үҫешенә булышлыҡ иткән дәртләндереү механизмдарының һөҙөмтәлелеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты – беҙҙең республика өсөн иң мөһимдәренең береһе. Милли проект сиктәрендә беҙ 10 миллиард һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп иттек. Беҙ торлаҡ, инфраструктура объекттары төҙөйбөҙ, территорияларҙы төҙөкләндерәбеҙ. Юл һәм транспорт хужалығын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙең Президентҡа, Рәсәй Хөкүмәтенә һәм һеҙгә, хөрмәтле Марат Шакирйән улы, республиканың пландарын һәм башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдергем килә.
Республика етәксеһе хәбәр итеүенсә, аҙна башында Өфөлә Галле ҡалаһы исемендәге урамдың яңы участкаһы асылды, ул М-5 «Урал» федераль трассаһын М-12 «Көнсығыш» магистраленә инеү юлы менән тоташтыра.
Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында күләмле транспорт проекттарын тормошҡа ашырыу перспективалары ла тикшерелде. Улар араһында – Өфөнөң көньяҡ урау юлын төҙөү һәм Салауат Юлаев проспектын дауам итеү, Интернациональ урамында Ағиҙел аша күпер төҙөү, иҫке Затон күперен ремонтлау.
Башинформ хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы осрашыуға йомғаҡ яһаны.
— Марат Шакирйән улы беҙҙең республикаға ҙур хөрмәт менән ҡарай. Ул федераль аҡсаны һөҙөмтәле тотоноу, билдәләнгән эштәрҙе үҙ ваҡытында башҡарыу өсөн тейешле талаптар ҡуйған абруйлы етәксе. Башҡортостан был йәһәттән юғары дисциплина күрһәтә, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ Өфөнөң көньяҡ урау юлын төҙөү буйынса ҙур проектты ҡараныҡ. Уның үлсәмдәре беҙгә аңлашыла, финанс схемаһын эшләү мөһим. Был еңел булмаған объект, даими иғтибар талап итә. Бынан тыш, Өфө – Дүртөйлө юлын беренсе категорияға еткереү бурысы ҡуйылған, уны ла беҙ бер нисә йыл эсендә башҡарасаҡбыҙ.
Транспорт инфраструктураһын модернизациялауға системалы ҡараш өсөн республиканың идара итеү командаһы милли проектты бойомға ашырыу йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһында диплом менән билдәләнде.
Вице-премьер Башҡортостандың идара итеү командаһын награда менән ҡотланы.
— Республика Башлығына, юл учреждениелары етәкселегенә намыҫлы эшләгәндәре һәм тармаҡ үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Һәр төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, илебеҙҙә юл төҙөлөшө дауам итһен һәм хәүефһеҙерәк, уңайлыраҡ булһын өсөн темпты һаҡларға кәрәк, — тине вице-премьер.
Башҡортостан «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә юл һәм транспорт тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән өс федераль программала ҡатнаша.
Шулай итеп, «Төбәк һәм урындағы юл селтәре» йүнәлеше ярҙамында республикала 88 объектта эштәр алып барыла, шуларҙың 62-һе – федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә. Бында дөйөм оҙонлоғо 222,1 километр булған төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарын реконструкциялау, ремонтлау тураһында һүҙ бара. «Юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм системалы саралары» федераль проекты 2026 йылда интеллектуаль транспорт системаларын индерергә мөмкинлек бирҙе. «Йәмәғәт транспортын үҫтереү» проектын ғәмәлгә ашырыу барышында республика автобустар һатып алыуға федераль финанслау алды.
Юлдар: Көньяҡ урау юлынан М-12 трассаһына тиклем
Республика Башлығы Мәскәүҙән алып ҡайтҡан юл картаһы күләмле булыуы менән хайран ҡалдыра. Төп проект – Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү.
«Был яҡынса 76 миллиард һум инвестиция. Проект тормошҡа ашырыуға әҙер тиерлек, 2030 йылдар тирәһендә башларбыҙ тип ышанам», – тип белдерҙе Радий Хәбиров «Башинформ»дың махсус хәбәрсеһенә биргән эксклюзив интервьюһында.
«Автодор» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән М-12 «Көнсығыш» трассаһы тураһында фекер алышыу булды. Магистралдең ике участкаһы Башҡортостан биләмәһенән үтә.
«М-12 туризмға этәргес бирә – кешеләр яҡшы юлдан йөрөй, автотуризм үҫешә. Ә «Көньяҡ ҡапҡа» һәм башҡа проекттар мотлаҡ торлаҡ төҙөүҙе талап итә. Беҙ унда әүҙем төҙөлөш буласағын иҫбатланыҡ, һәм был аҡсаны тап шуның өсөн алдыҡ», — тине Радий Хәбиров.
Вячеслав Петушенко хеҙмәттәшлектең юғары кимәлдә булыуын раҫланы:
«Беҙ был трассаларҙы комплекслы яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ, төбәктең төп юл селтәрҙәренә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ. Был маршруттар бик мөһим, улар Өфөнө ҙур сәнәғәт үҙәктәре – Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай һәм башҡа ҡалалар менән бәйләй. Бөгөн төбәктең терәк селтәре юлдарының 72,5 проценты норматив хәлдә».
«Автодор» етәксеһе шулай уҡ яңы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙың әһәмиәтен билдәләне:
«2026 йылдың ноябрендә Борай районында сауҙа залы һәм кафеһы, шулай уҡ санитар блок һәм йөк машинаһы водителдәре өсөн душ бүлмәләре булған яңы күп функциялы комплекс эшләй башланы. Майҙансыҡта балалар өсөн уйын һәм воркаут-ҡорамалдар менән ял итеү зонаһы булдырылды».
«Өфө» аэропорты һәм пассажирҙар өсөн һауа юлдары
2028 йылғы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) саммитына әҙерлек күпселек һөйләшеүҙәрҙең төп темаһына әүерелде. Росавиация етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Наталья Андрианова менән осрашыуҙа концессия шарттарында аэродром комплексын реконструкциялау мәсьәләһе тикшерелде.
«2028 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитына 30-ҙан ашыу дәүләт башлығының килеүен көтәбеҙ. Перрон селтәрен үҫтереү буйынса һорауҙар бар — сара башланыуға киң фюзеляжлы самолеттар өсөн туҡтау урынын арттырырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
«Бөгөн беҙ аэродром инфраструктураһын киңәйтеү бурысын тикшерҙек. Был 30 дәүләт башлығының киң фюзеляжлы самолетын ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк... Әммә иң мөһиме — самолеттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн техник туҡтау урындары кәрәк», — тип өҫтәне республика етәксеһе «Башинформ»дың махсус хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.
Реконструкцияның хаҡы — 5,1 миллиард һум, шуның 1 миллиарды – федераль бюджет аҡсаһы. Проект-смета документтары әҙер, Рәсәйҙең Баш дәүләт экспертизаһынан ыңғай яуап алынды. Проект шарттарын Росавиация, Рәсәй Транспорт министрлығы һәм башҡа федераль структуралар менән килешергә кәрәк.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ документтарҙы тиҙерәк ҡарауға һәм 2027 йылдың беренсе ярты йыллығында концессия килешеүе төҙөүгә булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
«Өфө» аэродром комплексын реконструкциялау 2028-2030 йылдарға «Һөҙөмтәле транспорт системаһы» милли проекты сиктәрендә планлаштырылған, тип билдәләне Наталья Андрианова.
— Пландар, ысынлап та, ошо ваҡытҡа билдәләнгәйне. Ләкин беҙ алдағы сараның мөһимлеген аңлайбыҙ. Был дәүләт өсөн мөһим бурыс. Хәҙер яңы шарттарҙы иҫәпкә алып, әлбиттә, ваҡытты күсерәбеҙ һәм килешеүҙе 2027 йылдың 1 июненә тиклем төҙөргә тырышасаҡбыҙ, – тине Наталья Андрианова. – Республикаға тейешле мөрәжәғәт әҙерләргә кәрәк, был беҙгә эште тиҙләтергә ярҙам итер ине.
Росавицияның ваҡытлыса етәксеһе 2025 йылда Өфө аэропорты биш миллионға яҡын пассажирҙар ҡабул иткәнен билдәләне.
– Лайыҡлы пассажирҙар ағымы. Киң маршрут селтәре булған эре аэропорт. Кисә беҙҙә ташыуҙарҙы субсидиялау өсөн һайлап алыу үтте — Башҡортостанда хәл үткән йылғы кимәлдә һәм хатта аҙ ғына яҡшыраҡ. Төбәк власть органдары менән федераль үҙәк араһындағы үҙ-ара эш итеү яҡшы һөҙөмтә бирә тип уйлайым, – тип йомғаҡ яһаны Наталья Андрианова.
Республика Башлығы «Аэрофлот»тың генераль директоры Сергей Александровский менән рейстарҙың йышлығын арттырыу тураһында һөйләшеп килеште.
«Беҙ Алыҫ Көнсығышҡа, Себергә, көньяҡҡа, Кавказға, Үҙәк Рәсәйгә осабыҙ. «Аэрофлот» менән Красноярскиға рейстар тураһында һөйләшеп килештек. Был республикабыҙҙан Көньяҡ-Көнсығыш Азияға, мәҫәлән, Бангкокка тура юл асасаҡ», – тип һөйләне Радий Хәбиров «Башинформ»дың махсус хәбәрсеһенә.
Сергей Александровский маршрут селтәрен киңәйтергә әҙер булыуын белдерҙе. «Өфө» аэропорты башлығы Александр Андреев һүҙҙәренсә, 2027 йылда Мурманск, Волгоград һәм Красноярск ҡалаларына рейстар асыу планлаштырыла.
Төбәк авиацияһы ла үҫешә. «Азимут» авиакомпанияһы етәкселеге менән осрашыуҙа Павел Удод әйтеүенсә, 2026 йылда компания Өфөнән ете маршрут буйынса, шул иҫәптән Сәмәрҡәндкә һәм Тбилисиға осоштар башҡарған, борттарҙың уртаса тулылығы 90 проценттан ашыу булған.
— Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты компания өсөн иң уңайлыларҙың береһе, – тине Павел Удод. – Киләсәктә шулай уҡ һауа суднолары паркын тулыландыра башлауға, йәғни етдиерәк үҫеш яғына аҙым яһарға иҫәп тотабыҙ.
– «Азимут» – беҙҙең өсөн партнер компания, уның менән маршрут селтәрен киңәйтеү йәһәтенән емешле хеҙмәттәшлек итәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Һан һәм хәүефһеҙлек
«Ростелеком» менән үҙ-ара эш итеү мөһим йүнәлеш булды. Компания президенты Михаил Осеевский менән осрашыуҙа операторҙың ШОС саммитына әҙерлек эштәрендә ҡатнашыуы, атап әйткәндә, «Хәүефһеҙ ҡала» интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһын булдырыу тикшерелде.
«Беҙ ауырлыҡ-габарит контроле пункттарын ойоштороу, шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн хоҡуҡ боҙоуҙарҙы фотоға һәм видеоға төшөрөү комплекстарын ҡуйыу йәһәтенән һөҙөмтәле эшләйбеҙ. 200 камеранан башлағайныҡ, ә хәҙер улар 1800-ҙән ашыу», — тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.
Михаил Осеевский Башҡортостандың идара итеү командаһына хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бер нисә яңы башланғыс тәҡдим итте. Улар араһында саммитҡа әҙерлек сиктәрендә «Ростелеком» инвестициялары иҫәбенә элемтә каналдарын булдырыу һәм ҡорамалдар поставкалау тураһында һүҙ бара.
– Беҙҙең ошондай күләмле сараларҙы ойоштороуҙа ҙур тәжрибә бар, улар өсөн махсус һанлы, телекоммуникация инфраструктураһы әҙерләнә. Башҡортостандың нисек үҫеүен күрәбеҙ. Беҙҙә алдынғы технологиялар бар. Улар иҫәбендә – ауыл хужалығын үҫтереү буйынса уникаль «Һанлы күс» проекты. Ул проект Башҡортостанда ғына тормошҡа ашырыла. Ә бөгөн бер нисә компания һәм эшҡыуар уны ҡуллана. Беҙ уртаҡ эшебеҙҙең артабанғы перспективаларын тикшерергә әҙербеҙ», — тип һөйләне «Ростелеком»дың генераль директоры «Башинформ»дың махсус хәбәрсеһенә.
Репутация капитал кеүек
Форумға йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров матди булмаған, әммә мөһим активҡа — федераль үҙәктең ышанысына һәм «аңлайышлы ҡағиҙәләр төбәге» репутацияһына баҫым яһаны.
«Беҙгә ышаныслы командаға ҡараған кеүек ҡарайҙар. Беҙ һәр мөйөштә үҙебеҙ тураһында һөйләп йөрөмәйбеҙ, әммә тыныс ҡына үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ – һәм беҙҙе хөрмәт итәләр», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.
Транспорт аҙналығы-2026 шуны күрһәтте: Бөгөн Башҡортостан — әҙер проекттар тәҡдим иткән төбәк. Федераль үҙәк иһә быға республиканың киләсәгенә инвестициялар менән яуап бирә.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.