
Август ҡояшы йылы нурҙарын һипкән көндәрҙә республика туроператорҙары йәйге миҙгелгә йомғаҡ яһай. «Башинформ» хәбәрсеһе ни өсөн туристарҙың ҡунаҡсыл Башҡортостанды һайлауын асыҡланы.
Саҡырылған туристар
Башҡортостанға туристар ағымы йылына 2,5 миллион сәфәрҙән артҡан. Май һәм июнь айҙарында ғына республикаға 220 меңгә яҡын ҡунаҡ килгән. Ә йәй йомғаҡтары буйынса һандар күпкә юғарыраҡ буласаҡ. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина әйтеүенсә, әлегә йомғаҡ яһарға иртәрәк.
«220 мең — ҡунаҡханаларҙа һәм турбазаларҙа йәшәгән туристар. Рәсми статистика ғына. Әммә республика ҙур, статистикаға инмәгән ҡунаҡ йорттары бик күп. Шуға күрә һуңғы һандарҙы йыл аҙағында ғына күрербеҙ. Хәҙер йәйге миҙгелдә туристар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда яҡынса 2% артыуын беләбеҙ», — тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Алда алтын көҙ, был ваҡытта ла Башҡортостан тәбиғәте хозур. Республиканың бурысы – туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү. Ҡышҡыһын Башҡортостан тау саңғыһы үҙәгенә әүерелә, йәйгеһен ҡунаҡтарҙы йылға-күлдәр, йәйәүле маршруттар, яҙ һәм көҙ көндәрендә ял базалары һәм шифаханалар көтә. Йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә туристар Башҡортостан мәҙәниәте, үҙенсәлеге һәм тарихы менән таныша ала.
«Әгәр беҙ кешеләргә сервис һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтһәк, улар мотлаҡ киләсәк. Беҙҙә күрһәтәһе урындар бихисап. Туристар араһында популяр булған «Шүлгәнташ» тарихи-музей комплексына, Торатау шиханы эргәһендәге этнокомплексҡа, милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексына, Турахан кәшәнәһе эргәһендәге Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәгенә баҫым яһайбыҙ. Был объекттар беҙҙең мәҙәни һәм тәбиғи мираҫыбыҙ менән бәйле. Республика шифахана-курорт дауалауы өлкәһендә билдәлелек яулаған лидерҙарҙың береһе булып тора. Беҙҙә 8 шифахана бар. Беҙ сәнәғәт һәм ваҡиғалар туризмын әүҙем үҫтерәбеҙ», – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостанды илдә генә түгел, бар донъяға танытыу – республика алдында торған амбициялы бурыс. Башҡортостандың туристик кодын популярлаштырыу буйынса ғәйәт ҙур эш алып барыла. Туризм министрлығы вәкилдәре һәм туроператорҙар дуҫ илдәргә бара, Башҡортостандың ҡеүәте менән таныштыра. Белоруссия һәм Үзбәкстан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Республикаға яуап сәфәрҙәре менән йыш киләләр.
Туризмдың этәргес көсө
Тап грамоталы йәлеп итеү – потенциаль ҡунаҡтарҙа Башҡортостан тураһында ишетеү менән сумаҙан тултырыу теләге барлыҡҡа килһен өсөн төп фактор.
«Хәҙерге заманда һөйләү, йәлеп итеү һәләте уңыштың 50% икәнен аңлайбыҙ. Өс тапҡыр яҡшы инфраструктура булдыра, иң матур тауҙарҙы күрһәтә алаһың һәм башҡалар, әммә, әгәр был хаҡта һөйләй, туристарҙы йәлеп итә белмәһәң — барыһы ла файҙаһыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Беҙгә үҙебеҙ тураһында күберәк һөйләргә кәрәк. Хәҙер шуға өҫтөнлөк бирәбеҙ, сөнки инфраструктура йәһәтенән беҙ әҙер. Туристар бында бер тапҡыр булһа ла килергә тейеш. Сөнки, әгәр улар бер тапҡыр килеп күрһә, улар ҡала. Әлегә беҙҙә беренсе тапҡыр булғандар бик аҙ. Шуға күрә үҙебеҙ хаҡында асығыраҡ һөйләргә кәрәк — Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта. Хәҙер ошо стратегияны төҙөйбөҙ. Мөһим мәл: Рәсәй халҡы ил буйлап сәйәхәт итә башланы. Алтайға, Камчаткаға барып ҡайттылар – хәҙер башҡа төбәктәрҙе асалар. Башҡортостан тураһында ла белергә тейештәр», — тине Светлана Верещагина.
Был этәргес көс «мәңгелек» булырға тейеш, тип ышана республика амбассадоры, «Көньяҡ Урал һуҡмағы» туристик маршрутын төҙөүсе Рәйес Ғәбитов. Тынытыу өсөн даими һәм эҙмә-эҙлекле эш алып барғанда ғына республика туристик брендҡа әүерелергә мөмкин.
«Стратегик пиар кәрәк. Бер тапҡыр күрһәтеү һәм һоҡланғыс һөҙөмтәгә ирешеү бик аҙ. Төбәкте үҫтереү өсөн яҡшы стратегия талап ителә. Маҡсатлы, даими рәүештә Башҡортостан тураһында һөйләү зарур, уның тураһында мөмкин тиклем күберәк кеше белһен өсөн», – ти эксперт.
Эштә бөтә инструменттарҙы: киң мәғлүмәт сараларын, онлайн-майҙансыҡтарҙы, сайттарҙы һәм блогтарҙы, «сарафан радиоһы»н ҡулланыу мөһим. Шул саҡта ғына бөтә юлдар Башҡортостанға илтәсәк.
Ә социаль селтәрҙә республикала йәшәгән һәр кем һәм ҡунаҡ тыуған төйәгебеҙҙе танытыуға үҙ өлөшөн индерә.
«Хәҙер кеше ҡайҙа барһа ла, шул иҫәптән Башҡортостанда, видеоға һәм фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалыуҙы үҙенең бурысы тип иҫәпләй. Бына ошо була инде сарафан радиоһы», – тине «Башҡортостан каникулдары» телепроекты алып барыусыһы һәм авторҙашы, БСТ телеканалы генераль директорының махсус проекттар буйынса урынбаҫары Дмитрий Каретко.
Туризм өлкәһендә эшләгән эшҡыуар Илдус Смаков фекеренсә, республиканы турбренд булараҡ үҫтереү хөкүмәттең генә түгел, бизнесмендарҙың да бурысы. Бының өсөн ҡыҙыҡлы, сифатлы продукттар һәм хеҙмәттәр булдырыу, уларҙы даими яҡшыртып һәм яңыртып тороу, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү мөһим.
«Ҡунаҡтарыбыҙ үҙҙәрен өйҙәге кеүек хис итһен өсөн шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Беҙ уларға оҡшаһын, йәнә килеү теләге уянһын, беҙҙе үҙҙәренең дуҫтарына, яҡындарына тәҡдим итһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ», – ти эшҡыуар.
«Көтмәгәйнек»
Туроператорҙар ғәҙәти ҡунаҡтың портретын төҙөгән дә инде. Туристарҙың күпселеге – 35-55 йәшлек парҙар йәки Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә булғандан һуң Башҡортостан менән танышырға теләгән ғаиләләр. Һуңғы ваҡытта субсидияланған рейстар булған күрше төбәктәрҙән (Һамар, Ырымбур, Яр Саллы, Ҡазан), Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Мурманскиҙан яңғыҙ йәш сәйәхәтселәр йыш килә башлаған.
Турагент Ләйсән Сөләймәнова һүҙҙәренсә, улар беҙҙең төбәктә булып ҡайтҡандан һуң сағыу тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Бындай хеҙмәтләндереү кимәлен, ҡунаҡсыллыҡты, матурлыҡты көтмәгәйнек, тиҙәр күптәр.
Туристарҙы республикабыҙҙың хозур урындары хайран ҡалдыра.
«Төп ылыҡтырғыс көс — беҙҙәге ҡабатланмаҫ һәм матур урындар. Мәҫәлән, «Башҡортостан» милли паркында һоро айыуҙар ныҡ күп (Камчаткала ғына беҙҙән күберәк иҫәпләнә). Был суперреклама. Ә беҙҙең тауҙар әҙерлекһеҙ туристар өсөн иң хәүефһеҙе», — тип белдерҙе Дмитрий Каретко.
Шулай итеп, Башҡортостан үҙен туризм төбәге булараҡ танытыуын дауам итә. Уңыш формулаһы бик ябай: уникаль тәбиғәт объекттары, үҫешкән инфраструктура һәм ҡунаҡсыл халыҡ.
Әммә иң мөһиме – Башҡортостан туҡтап ҡалмай. Яңы маршруттар, глэмпингтар, төрлө фестивалдәр, социаль селтәрҙәрҙә һәм федераль кимәлдә популярлаштырыу республиканы нығыраҡ таныта бара.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.