04:30 (UTC+5), 17 Августа 2023

«Балтас марафоны» еңеүсеһе – 62 йәшлек спортсы!

Ошо көндәрҙә «Балтас марафоны» еңел атлетика буйынса өсөнсө республика марафоны үткән. Балтас районы Иҫке Балтас ауылында йүгереү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен яратыусылар йыйылған.

Был көндә термометр бағанаһы 30 градус билдәһен үткән. Әммә ярышта ҡатнашыусылар өсөн эҫе кәртә булып тормаған һәм һәр кем марафон дистанцияһын йүгереп үткән.

Өс йыл элек башланған ярышта ҡатнашыусылар һаны арта ғына бара. Быйыл марафон Башҡортостан спорт министрлығының 100 йыллығына һәм райондың 93 йыллығына арналған.

«Еңел атлетика спортында күнекмәләр мөһим роль уйнай. Әгәр бер аҙна йүгермәй торһаң, бындай ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә алмаясаҡһың. Мин, мәҫәлән, бер көн йүгерһәм, икенсеһендә ошо уҡ араны атлап үтәм», — тип уртаҡлашҡан марафон еңеүсеһе Винер Саҙретдинов.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-08-17/v-bashkirii-v-baltachevskom-marafone-luchshim-begunom-stal-62-letniy-viner-sadretdinov-3391160

Авторы: Эдуард Ҡусҡарбәков

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика