10:00 (UTC+5), 18 Августа 2023

Радий Хәбиров махсус операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Орден-миҙалдарҙы, маҡтаулы исемдәрҙе, грамоталарҙы һәм рәхмәт хаттарын бәләкәй Ватаныбыҙға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан мобилизацияланған яугирҙәр һәм ирекмәндәр алды.

Был залда — Ватанды һаҡлаусылар, офицерҙар, сержанттар, старшиналар һәм рядовойҙар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ. Һеҙ барығыҙ ҙа ысын геройҙар. Һәм минең өсөн бөгөн һеҙҙең ҡулығыҙҙы ҡыҫыу — ҙур хөрмәт. Барыһына ла ихлас ихтирам белдерергә теләйем», – тип белдерҙеРадий  Хәбиров.

1 из 1

Махсус хәрби операция башланғандан алып меңдән ашыу яҡташыбыҙ Батырлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков, генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнде. Беҙ мобилизацияланғандарға, ирекле отрядтар яугирҙарына ярҙам итәбеҙ, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ. Яҡташтарҙы кейем, транспорт, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ», – тип ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе республика етәксеһе һалдаттарҙың ғаиләләренә. – Һәр берегеҙ иң юғары һүҙҙәргә лайыҡ. Ата-әсәйҙәрегеҙ алдында шундай матур улдар тәрбиәләгәне өсөн баш эйәм. Ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙамығыҙ һәм үҙ-ара аңлашыуығыҙ өсөн рәхмәт. Бөгөн беҙ яугирҙарға милли геройыбыҙ, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Батырлыҡ һәм хәрби батырлыҡ өлгөһөнә әйләнгән Рәсәй Геройы, генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы тапшырабыҙ. Был – беҙҙең хәрби наградаларыбыҙ, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, батырлығығыҙ, антығыҙға һәм хәрби бурысығыҙға тоғролоғоғоҙ өсөн хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе».

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-08-18/radiy-habirov-vruchil-gosudarstvennye-nagrady-uchastnikam-svo-iz-bashkirii-3393971

1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика