Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2023, 08:15

Республикала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер аҙнала 327 иҫерек водителде ҡулға алған

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 327 иҫерек водителде ҡулға алған.

«Барыһы ла иҫерек килеш рулгә ултырыу юл-транспорт фажиғәләренең төп сәбәптәренең береһе икәнлеген яҡшы белә, шуға күрә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең күпме һәләкәткә юл ҡуймауын иҫәпләү ҡыйын түгел. Эскән водитель юлда иғтибарһыҙ була, уның алыҫлыҡ тойғоһо насарая, хәрәкәттәр координацияһы түбәнәйә, организмы көсһөҙләнә һәм ҡыҫҡа ваҡытта дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе ауыр. Иҫерек водитель ғүмер өсөн хәүефле», – тип яҙған республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналындa.

Ул республика буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92 эшләүе хаҡында иҫкәртте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-16/v-bashkirii-za-nedelyu-sotrudniki-gibdd-zaderzhali-327-netrezvyh-voditeley-3390003

Читайте нас: