

Стәрлетамаҡ районынан 63 йәшлек ир Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус операция зонаһына юлланған. Ирекмән «Сталинград» ҡушаматын алған.
«Ярты йыл уйланып йөрөнөм. Ғәҙелһеҙлекте яратмайым. Бер мәл асыҡтан-асыҡ аңланым: тыуған илгә ярҙамға барырға ваҡыт етте. Мин элекке хәрби, әммә элекке хәрбиҙәр булмай бит. Ауыл хакимиәтенә ингән саҡта контракт буйынса хеҙмәт итеү мөмкинлеге тураһында материалдар күреп ҡалдым. Барыһын да үлсәп, хәрби комиссариатҡа юлландым. Мин механик, автомастер, төҙөүсе. Ваҡытлы хеҙмәт ваҡытында уҡсы булдым, ҡул һуғышын үҙләштергәнмен, шуға күрә һайлау мөмкинлеге бар», — тип белдергән яугир.
Хәрбиҙең ҡарары хаҡында белгәс, туғандары тәүҙә шаҡ ҡата, әммә улар бындай еңел булмаған һайлауҙы аңлай һәм ҡабул итә.
«Мин үҙ илемдең патриоты. Был тик көслө һүҙҙәр генә түгел. Дошмандың минең өйөмә, беҙҙең уртаҡ йортобоҙға — илебеҙгә килеүенә юл ҡуя алмайым. Минең тәжрибәм файҙалы булыр тип ышанам. Мин бит Афған һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашырға теләнем, был хаҡта рапорт яҙҙым, — тип уртаҡлашҡан «Сталинград».
https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-08-15/byvshih-voennyh-ne-byvaet-63-letniy-zhitel-bashkirii-zapisalsya-na-svo-po-kontraktu-3388910
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.