08:37 (UTC+5), 18 Августа 2023

Башҡортостанда арбаға тейәлгән бесән янып киткән

Был ваҡиға Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында булған. Шаһиттар ғәҙәттән тыш хәлде видеоға төшөрөп, социаль селтәргә урынлаштырған. Кадрҙа трактор водителе ялҡынды һүндерергә тырышып, йылғаға ашыға. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә «Башинформ» журналисына янғын тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәүе хаҡында хәбәр иттеләр. Күрәһең, хужа янғынды үҙаллы һүндергәндер һәм ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итмәгәндер.

Ошондай уҡ хәл кисә Хәйбулла районының Һаҡмар-Назарғол ауылынан 9 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ауыл юлында теркәлгән. Урынға ашығыс хеҙмәттәр саҡырылған. Янғын һөҙөмтәһендә 1 тонна бесән янып бөткән, тракторға бер ни ҙә булмаған. Янғындың сәбәбен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүселәре асыҡлаясаҡ.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-08-18/v-bashkirii-zagorelsya-pritsep-s-senom-3393889

Авторы: Ләйсән Зәкирова

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика