12:30 (UTC+5), 11 Августа 2023

Башҡортостанда 17 йәшлек Илмира Мөхәмәҙиеваны эҙләйҙәр

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында 17 йәшлек Илмира Мөхәмәҙиева юғалған. Был хаҡта социаль селтәрҙә ҡыҙҙың яҡындары хәбәр итә. 10 авгусҡа ҡараған төндә Илмира дуҫтары менән тышҡа сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтмаған. Иптәштәренең һүҙҙәренсә, төнгө 02.30 сәғәттә уны йорто янында ҡалдырып киткәндәр. Шул ваҡыттан бирле ҡыҙҙың ҡайҙалығы билдәһеҙ.

«Туғандары полиция бүлегенә ғариза яҙҙы. Әлеге ваҡытта эҙләү бара», - тип хәбәр иттеләр «Башинформға» Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡыҙҙың билдәләре: буйы 160 см, сәстәре һоро-ерән, күҙҙәре йәшел, ҡулында, аяғында һәм түшендә роза формаһында һәм аниме стилендә татуировкалар бар.

Илмираны күреселәр булһа 112 берҙәм номерына йә +7 937 350-84-01 телефон һандары буйынса ирекмәндәргә мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика