

Әбйәлил районында баҡыр ятҡылыҡтарында геологик разведка эштәре алып барған «Салауат» компанияһы социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуын дауам итә. Был юлы ойошма Буранғол интернатын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырған.
Белем усағы директоры Юлай Фәхрисламов «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, яңы уҡыу йылында төҙөкләндерелгән мәктәпкә уҡырға килеүселәр һаны артҡан, шуға күрә яңы йыһаздар алыу ихтыяжы килеп тыуған.
«Беҙҙең мәктәп-интернатҡа райондың төпкөл ауылдарынан бер нисә бала уҡырға килде. Карауаттар етмәй ине, шуға күрә уҡыусыларҙы иң кәрәкле йыһаздар менән тәьмин итеүҙе һорап «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә мөрәжәғәт иттек. Бынан тыш, ойошма көрәш залы өсөн келәмдәр, электр плитаһы, ауыл дауаханаһы өсөн шкафтар килтерҙе. Бик ныҡ рәхмәтлебеҙ компанияның етәкселәренә», — тип белдерҙе мәктәп директоры.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй «Салауат» ойошмаһы Буранғол интернат-мәктәбен капиталь ремонтлауҙы финанслағайны. Бинаны яңыртыу өсөн 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Подрядсы бер йәйҙә 160 квадрат метрлыҡ ике спорт залын, бейеү залын, ашхананы һәм медицина блогын ремонтланы. Шулай уҡ төҙөүселәр мәктәптең янындағы тротуарҙы яңыртты, яңы ҡоймалар ҡуйҙы.
Бөгөн уҡыусылар Асҡар балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе белгестәре етәкселегендә яңы бейеү һәм көрәш залдарында шөғөлләнә, ярыштарҙа һәм конкурстарҙа еңеп сыға. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, геологик эҙләнеүҙең билдәһеҙлегенә ҡарамаҫтан, компания шунда уҡ районға файҙалы социаль проекттарҙы ойоштороп ебәрҙе. Буранғол ауылында мәктәп-интернат, балалар баҡсаһы һәм дауахана капиталь ремонтланды, «Ирәндек» лагерында спорт комплексы төҙөлдө. Шулай уҡ инвестор район уҡыусылары өсөн «Ғилем» олимпиадаһын үткәрҙе, Ҡушый ауылында янғында зыян күргән ҡыҙ өсөн хәйриә акцияһы ойошторҙо, район күләмендәге сараларҙы үткәреүгә булышлыҡ итте.
«Беҙ йәш быуындың киләсәгенә аҡса йүнәлтеп, илебеҙҙең киләсәген төҙөйбөҙ, тигән ышаныста эшләйбеҙ. Компания артабан да район өсөн мөһим булған социаль әһәмиәтле проекттарҙы дауам итәсәк», — ти ойошма етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.