13:37 (UTC+5), 07 Августа 2023

Мыҫҡыл итеүҙән туҡтағыҙ: Башҡортостан Башлығы Марзаевҡа бассейндар төҙөлөшөнә бәйле хәлде асыҡларға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаевҡа Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарындағы төҙөлөп бөтмәгән бассейндар мәсьәләһен шәхсән хәл итергә ҡушты.

«Бер аҙнанан ултырышта шәхсән миңә һәм район башлыҡтарына, ошо районда йәшәүселәргә аңлатып бирәсәкһегеҙ. Мыҫҡыл итеүҙән туҡтағыҙ. Минең ҡарашҡа, был мыҫҡыл итеү. Беҙ көс-хәл менән Шаран бассейнын файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Беҙҙә ошо бассейндар менән бәлә. Аҡсаһын да табабыҙ, эшләйбеҙ ҙә, ә аҙаҡҡаса еткереп ҡуйырға хәлегеҙҙән килмәй. Был һеҙҙең бурыс, тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров Алан Марзаевҡа мөрәжәғәт итеп.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, вице-премьерҙың киләһе докладында Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарындағы бассейндарҙың файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты теүәл һәм аныҡ билдәләнергә тейеш. 

«Ермолаевка ауылында был бассейнды күрҙем — һәйбәт, матур. Минеңсә, унда тиндәр генә кәрәк, әммә насар ойоштороу эштәре һәм башҡа сыуалсыҡ арҡаһында кешеләр йөрөй алмай. Бындай мәсьәләләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ», — тип тамамланы Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-08-07/hvatit-izdevatsya-glava-bashkirii-poruchil-marzaevu-lichno-razobratsya-so-stroitelstvom-basseynov-3375369

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика