Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге цехта һәйкәлгә реконструкция эштәре башҡарыла. Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләһе буйынса күҙәтеү советы ағзалары һүҙҙәренсә, буяуҙың өҫкө ҡатламын ҡырып ташлағандан һуң яңы етешһеҙлектәр табылған. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында суйындан ҡойолған һыбайлы һәм уның аты скульптураһы ныҡ туҙған, сатнаған урындары бик күп.
Тәҡдим ителгән варианттарҙың береһе – күренекле скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән һәйкәлде бронзанан ҡойоп, уны элекке урынына ҡайтарыу. Эксперттар Салауат Юлаев һәйкәлен авторҙың һыҙмаһы буйынса тергеҙергә кәрәклеген билдәләне.
Рәсәй һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөлөш академияһы скульптура факультетының скульптура кафедраһы мөдире, профессор, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы, Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләһе буйынса Күҙәтеү советы ағзаһы Салауат Щербаков үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Башҡортостанда тарих, ысын башҡорт әйберҙәре, шул иҫәптән ҡамыт-дуғалар менән Салауат Юлаев музейын ойошторорға була. Унда үҙенең тарихы булған ошо суйын һәйкәл лайыҡлы урын биләр ине. Әллә нисәмә быуын башҡорттар уны күреп үҫте. Уны быуаттар буйына һаҡлау өсөн Салауат Юлаев эпосы үҙәге булдырылырға һәм төп урында, бина эсендә, ошо һәйкәл торорға мөмкин.
Донъяла тотош халыҡ өсөн әһәмиәтле булған ҡиммәтле шедеврҙың музейға әүерелгән осраҡтары етерлек тип уйлайым. Бындай миҫалдар бар. Мәҫәлән, бар донъяға билдәле Давид статуяһы. Майҙанда уның аныҡ күсермәһе ҡуйылған, ә ысыны Флорентия академияһында көмбәҙ аҫтында урынлашҡан, барыһы ла Микеланджело яһаған ысын скульптураны ҡарарға килә. Өҫтәүенә, Давидтың бронзанан ҡойолған өсөнсө скульптураһы бар, ул йылғаның икенсе ярында тора. Петербургтың Йәйге баҡсаһында ла шундай уҡ хәл. Ысынлап та Хрущёв һәм Брежнев ваҡытында һәйкәлдәрҙе суйындан яһағандар – ул заман билдәһе. Хатта Донбасстағы Саур-Могила ла суйындан ҡойолған.
Башлыса һәйкәлдәр бронзанан ҡойола, сөнки бронза яҡшыраҡ, уға атмосфера йоғонто яһамай. Ғөмүмән, бронза ваҡытҡа бирешмәй.
Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан эшләү идеяһы булған, скульптор Тавасиев үҙе лә уны бронзанан ҡойорға теләгән. Мин шул һәйкәлде күрҙем. Уның гипстан яһалған моделе Мәскәү өлкәһендәге элекке сиркәүҙә урынлашҡан цехта оҙаҡ торҙо. Беҙ уны ҡарарға барҙыҡ, ошо моделде – сиркәү эсендәге ғәйәт ҙур һыбайлыны иҫләйбеҙ.
Шуға күрә һәйкәлде бронзанан ҡойоу идеяһын дөрөҫ тип уйлайым, бынан һуң ул Ағиҙел ярында мәңге торасаҡ. Белеүемсә, Башҡортостан Башлығы ла был идеяны хуплай, әлбиттә, халыҡ менән дә кәңәшләшергә теләй. Минеңсә, был дөрөҫ, яҡшы башланғысты хупларға кәрәк.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.