

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе сиктәрендә II Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында ҡатнашыусыларҙы бүләкләне, тип хәбәр итә «Башинформ».
Балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн «Телешко» балалар телевидение мәктәбенә нигеҙ һалыусы Һәм уның етәксеһе Рөстәм Аҙнабаев Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Республика етәкселегенә рәхмәт белдереп, ул Өфөгә балалар журналистикаһының баш ҡалаһы статусын нығытырға тәҡдим итте.
- Беҙҙә «Тамыр» телеканалы бар. 11 йыл дауамында балалар телевидениеһы мәктәбе эшләй. Мәктәптең филиалдары Рәсәйҙең 10 ҡалаһында — Донецкта бар, сентябрҙә Ханты-Мансийск, Тамбов, Санкт-Петербург һәм Ереванда асыла. Өфө медиасылары бөтә ил буйынса балаларҙы уҡыта, – тип билдәләне Рөстәм Аҙнабаев.
«Телешко» балалар телевидение мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Арсений Ғәйнуллин шулай уҡ «Волга буйында эшләргә кәрәк булған 100 нәмә» беренсе балалар тревел-шоуын уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Республика башлығы үҫмерҙе «буласаҡ туризм министры» тип атаны.
Форумда ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдереп, Арсений проекттың интернетта ғына түгел, телевидениела ла сығыуы тураһында хыялланғанын белдергән.
Авторы: Ләйлә Аралбаева
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.